«Өсмөйөшлө хаттар»

Новости Образование

Дәһшәтле 1941-1945 һуғыш йылдары, ул һуғышта беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың күрһәткән ҡаһарманлыҡтары бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Үҫеп килгән быуынға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы, Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте, Рәсәй халҡының һуғыш йылдарында күрһәткән батырлыҡтары тураһында төшөндөрөргә, Тыуған ил яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдары, ил ҡыҙҙары тәрбиәләргә тейешбеҙ.
«Күбәләктәр» төркөмө тәрбиәләнеүселәре Еңеү көнөнә арналған аҙналыҡта балалар баҡсаһында үткән «Хәтер ҡәнәфере», «Өсмөйөшлө хаттар», «Георгиевская лента» акцияларында ҡатнашты, төркөм эсендә «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәрҙе. «Мәңге хәтерҙә» исемле тематик дәрес үткәрелде, унан һуң һуғышта ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре һәйкәленә сәскәләр һалынды. «Еңеү яҙы» иртәлегендә балалар хәрби кейемдә тулҡынланып сығыш яһанылар, ғорурланып һуғышта ҡатнашҡан ҡартаталары-өләсәләре тураһында һөйләнеләр. Тыныс күгебеҙ, матур тормошобоҙ өсөн мең рәхмәт уларға!

#Еңеү
#Күбәләктәртөркөмө
#краснаягвоздика
#окнаПобеды
#солдатскийтреугольник
#МыпомнимМыгордимся

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.