Ватанды һаҡлаусылар көнө «Күбәләктәр» төркөмөндә

Новости

Атайым да булған һалдат,
Һаҡлаған Ватан күген,
Ағайым да булыр һалдат,
Һаҡлар Ватаным сиген!
Иртә таңдан кискә тиклем
Һалдаттар хеҙмәт итә,
Ил өсөн яуаплылыҡ
Улар иңенә төшә!
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған аҙналыҡта «Күбәләктәр» төркөмөндә «Ватанды һаҡлай ҡыйыу һалдаттар» презентация менән әңгәмә, «Беҙҙең Армия», «Атайыма бүләккә открытка» дәрестәре, «Беҙҙә булырбыҙ һалдат» күңел асыу сараһы үткәрелде. Был саралар балаларҙа патриотик рух, ватанды һаҡлаусыларға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә, байрам кәйефен булдырыуҙа булышлыҡ итте.

#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
#ДеньЗащитникаОтечества

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.