Баланың теле матур асылһын

Новости

Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы Урмантаева, Сибай ҡалаһы — «Ҡарһылыу» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды, «АҠБУҘАТ» журналында баҫтырлыған мәҡәләһендә бик мөһим мәсьәләләрҙе күтәргән.

************

Һәр ата-әсә сабыйының теле матур асылыуын түземһеҙләнеп көтә. Кескәйҙең тәүге ауазы ҡыуанып ҡаршы алына, ә инде тәүге һүҙҙәре мәңге хәтерҙә ҡала , уларҙы бар ғаилә яратып иҫкә ала.

Баланың телмәре үзенең йәнәшәһендәге өлкәндәр менән аралашҡан сакта формалаша башлай. Артабан баланың дөрөҫ һөйләшеп китеүендә лә ғаилә ағзаларының йоғонтоһо ҙур. Бала телмәрендәге төрлө кәмселектәр киләсәктә уның уҡыуында һәм холҡонда сағылыш таба. Насар һөйләшкән бала, үзенең кәмселеген аңлау йәшенә еткәс, күп һөйләшмәй башлай, оялсан, ҡыйыуһыҙ була. Өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтә алмау уҡыуҙа ла артҡа ҡалыуға килтерергә мөмкин. Ата-әсәләр йыш ҡына баланың был кәмселегенә артыҡ әһәмиәт бирмәй, ә бала ваҡыт еткәс дөрөҫ итеп һөйләшер тип уйлай һәм яңылыша, сөнки әлеге кәмселек бала өсөн ғәҙәткә әйләнергә мөмкин.

Баланың телмәрендәге кәмселектәрҙе асыҡлау һәм уларҙы булдырмаҫ өсөн, һәр балаға 3, 5 һәм 7 йәштәрҙә логопед менән кәңәшләшеү мөһим булып тора, сөнки һәр бала ла үҙ аллы рәүештә дөрөҫ һөйләшеүҙе үзләштерә, ә өлкәндәр теге йәки был өндөң хаталы әйтелеүен аңғармаҫҡа мөмкин.

Телмәр кәмселектәре ни сәбәпле килеп сыға һуң?

Бала тыуған көндән алып бала менән дөрөҫ һөйләшеү мөһим.

Сабый үҙ телендә матур өндәр теҙмәһен, дөрөҫ һөйләшеүҙе ишетеп кенә ҡалмай, ә яйлап үҙләштерә башлай ҙа инде, ә артабан инде уйындар ваҡытында үзенең хәрәкәттәрен һүҙ менән бәйләй башлаясаҡ.

Өлкәндәрҙең телдәрен боҙоп бала теленә күсеп һөйләшеүҙәре, йәғни, баланың дөрөҫ әйтмәгән һүҙҙәрен ҡабатлау баланың телмәренә кире йоғонто яһай, сөнки балалар ишеткәнде ҡабатларға, өлкәндәргә оҡшатып һөйләшергә тырышалар.

Һүҙҙәрҙең дөрөс әйтелешен күрһәтмәйенсә, өйрәтмәйенсә тороп, баланың кәмселеге булған өндө әйтеүен талап итеү (мәсәлән, “р”өнө менән булған һүҙҙәрҙе) өндө бозоп әйтеүгә булышлыҡ итеүе мөмкин. Был осраҡта “р” өнө тамаҡ менән әйтелергә, тел осо ян тештәргә ҡарай ҡуйылырға мөмкин. Шулай уҡ артикуляция органдарының тейешенсә формалашмаған булыуы, йәки ауыр хәрәкәтләнеүе лә сәбәпсе булырға мөмкин. Имезлекте артыҡ озаҡ ваҡыт ҡулланыу ҙа с-з, ш-ж, т-д, н, л кеүек өндәрҙең тештәр араһында яһалыуына килтерергә мөмкин.

Психик функцияларҙың – фекерләү, иғтибар, хәтерҙең тейешенсә үҫмәгән булыуы шулай уҡ телмәрҙең дөрөҫ формалашмауына килтерә, сөнки баланың телмәренә иғтибар, уны хәтерҙә ҡалдырыу, күҙәтеүсәнлек, оҡшатыу күнекмәләре етешмәй.

Бына шуның өсөн дә ата-әсәләр баланың телмәр үҫешенә иғтибарлы булһындар, вакытында логопед кәнәштәренә ҡолаҡ һалһындар ине.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.